# started 2014-09-02T08:14:18Z "Тарих (грек. Ιστορία, «исследование») — кешелектең үткән замандағы эшмәкәрлеген, торошон, донъяға ҡарашын, ойошоуын һәм социаль бәйләнештәрен өйрәнә торған гуманитар фән. Был өлкәлә эшләүсе ғалимдарҙы тарихсылар тип атайҙар. Үҫеш, үҙгәреш хәлендәге ысынбарлыҡ. Тарих закондары. Үткән тормоштағы төрлө ижтимағи хәл-ваҡиға һәм шул хәл-ваҡиғалар тураһындағы хәтирә. Тарихты өйрәнеү. Тарихта ҡалыу. Кешелек йәмғиәтенең үҫешен, үткән тормоштағы төрлө ижтимағи хәл-ваҡиғаны өйрәнгән фән."@ba . "Геогра́фия (грек телендә γεωγραφία, ерҙе тасуирлау) — Ерҙе тасуирлаған, йәғни Ерҙең географик тышлығын тикшергән фәндәр системаһы. Географик тышлыҡ иһә литосфера, атмосфера, гидросфера һәм биосфераның бер-береһенә үтеп инеү һәм йоғонто яһау сфераһы итеп аңлайҙар. Физик география был тышлыҡтың физик асылы менән шөғөлләнә (уның элементтарының бер-береһенә ҡарата урынлашыу һәм унда барған процестар менән). Шунан тыш, географияның сәйәси, социаль һәм иҡтисади тармаҡтары бар."@ba . "Анта́рктика — Ер шарының көньяҡ ҡотобондағы өлкәһе, Антарктида һәм уға сиктәш Атлантика океаны, Һиндостан океаны һәм Тымыҡ океаны өлөштәрен үҙ эсенә ала (ҡайһы ваҡыт океандарҙың был өлөштәре айырым бер Көньяҡ океаны итеп иҫкә алалар). Антарктика сиге 48–60° к.к. үтә. Дөйөм майҙаны 52 Мм² тирәһендә.Антарктика — һауа температураһы түбән, көслө елдәр, борандар һәм томандар булған Ерҙең иң ҡаты климатлы өлкәһе. Антарктида китғаһы һәм яҡын утрауҙар өҫтөндә боҙ ҡатламы ята."@ba . "Республика (лат. res publica, шулай уҡ иҫк. йөмһүриәт) — юғары власть органдары билдәле срокка һайланып ҡуйыла торған дәүләт төҙөлөшө; идара итеү формаһы шундай булған ил, дәүләт; юғары хөкүмәт органдары билдәле ваҡытҡа һайлап ҡуйылған дәүләт идара формаһы һәм шундай идараһы булған ил. Рим республикаһы - ҡара: Боронғо Рим Башҡортостан↑ ↑"@ba . "Баш бит ar:az:be:be-x-old:ce:crh:cv:de:en:es:et:fa:fr:gag:he:hy:it:ja:ka:kaa:kk:krc:ky:lt:lv:os:ru:sah:tk:tr:tt:tyv:ug:uk:uz:Ҡалып:Noexternallanglinks"@ba . "Бей, төрки телле халыҡтарҙа берләшмә йәки ҡәбилә башлығының йәмәғәт вазифаһы, хөкөм итеүсе мәғәнәһендә ҡулланылған. Башҡаларға ҡарата ғәҙел һәм тигеҙ ҡарашта булған кеше генә Бей исеменә лайыҡ була алған.Викидепиялағы бейҙәр тураһында бында уҡығыҙ."@ba . "Башҡорт теле (Файл:Loudspeaker.png башҡорт теле (белешмә • ярҙам) [bɑʂ.ˌqʊ̞rt.tɪ̞ˈlɪ̞]) — башҡорт халҡының милли теле. Төрки телдәренең ҡыпсаҡ төркөмөнөң ҡыпсаҡ-булғар төркөмсәһенә ҡарай. Морфологик төрө буйынса агглютинатив телдәр иҫәбенә инә. Башҡорт теленең диалекттары: көнсығыш, көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш.Башҡорт теле, урыҫ теле менән бер рәттән, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып тора."@ba . "Мәсетле районы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында, Әй йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан. Төньяҡтан Свердловск өлкәһенең Красноуфим, Әртә райондары, көнсығыштан Башҡортостандың Балаҡатай, көньяҡтан Ҡыйғы, көнбайыштан Дыуан райондары менән сиктәш."@ba . "Платон (грек. Πλάτων) — Боронғо Греция фәлсәфәсеһе. Идеализм йүнәлеше вәкиле."@ba . "Конфуций — Боронғо Ҡытай фәйләсуфы. Ул кешелекле кеше сифаттары тураһында өйрәтә."@ba . "Ислам (ғәрәпсә الإسلام — Аллаһҡа бирелеү, тоғролоҡ) — донъя диндәренең береһе. АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ, Пәйғәмбәре Мөхәммәт Саллааллаһу ғәләйһи үә сәлләм аша кешеләргә ебәргән һуңғы илаһи дине. Беҙҙең эраның VII быуат баштарында АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ илсеһе Мөхәммәт пәйғәмбәр тарафынын Көнбайыш Ғәрәбстанда киң тарала башлай. АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ Мөхәммәт Саллааллаһу ғәләйһи үә сәлләм аша кешеләргә Ҡөръәнде еткергән"@ba . "Сокра́т (469 б.э.т. тирәһендә, Афины — 399 б.э.т., Афины) — Боронғо Греция философы. Уның тәғлимәте материалистик натурализмдан идеализмға боролошто билдәләй. Сәйәси дошмандар тарафынан язалап үлтерелгән. Уның эшмәкәрлеге - антик фәлсәфәнең һынылыш моменты. Ул, үҙенең төшөнсәләрҙе анализлау ысулы (майевтика, диалектика) һәм яҡшылыҡты белемгә тиңләшеүе менән философтарҙың иғтибарын кеше шәхесенең әһәмиәтенә йүнәлткән."@ba . "Ҡөрьән, Ҡөрьән-Шәриф — Аллаһы тәғәләнең пәйғәмбәре Мөхәммәт Саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм аша кешеләргә ебәрелгән изге китабы. Китаптағы һүҙҙәр — Аллаһы тәғәлә һүҙҙәре."@ba . "Салауат Юлай улы (1754 — 1800) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир. Пугачевтың көрәштәше, 1773 — 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Юлай Аҙналиндың улы."@ba . "Иман, Иман-Иғтиҡад. Ислам динендәге хәҡиҡәттәргә тел менән әйтеп, күңел менән ышаныу. Ислам динендә кешене ЫШАНЫУ тигән бөйөк көс йәшәтә, шул уға егәрлек бирә."@ba . "Хаж (ғәр. حجّ‎) — мосолмандар өсөн изге булған Сәғүд Ғәрәбстаны Мәккә ҡалаһындағы Ҡәғбәтулла мәсетенә барып ғибәҙәт ҡылыу. Хаж ҡылыу, йәки хажға барыу, мосолмандар өсөн биш фарыздың иң олоһо. Бәлиғ булған, сәләмәт, ирекле, хәленән килгән мосолман ғүмерендә бер тапҡыр хажға барырға тейеш. Хаж ҡылыу ваҡыты – Зөлхизә айының 8-се көнөнән башланып, 12-се көнөндә тамамлана. Йылдың башҡа ваҡытында барып бөтә йолаларҙы үтәү кесе хаж йәки өмрә тип атала."@ba . "Ғабдул-Хәмит I (1725 йыл — 7-се апрель, 1789 йыл ), (ғосманса عبد الحميد اول‎ — Abd ül-Hamîd-i evvel, төрөксә — Birinci Abdülhamit), Ғосман империяһының 27-се солтаны. Ул — солтан Әхмәт III-сенең улы, 1774-се йылдың 21-се ғинуарында ағаһы Мостафа III-сенән һуң тәхеткә ултыра.Оҙайлы ваҡыт дауамында һарайҙа дәүләт эштәренән ситтә тороу Ғабдул-Хәмитте диндар, Хоҙайҙан ҡурҡыусы һәм мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә яй кешегә әйләндерә."@ba . "Намаҙ (ғәр. صلاة‎‎; фар. نماز; төр. Namaz) — мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең икенсеһе, балиғ булған кеше үтәргә тейеш булған ғибәҙәт.Рәсүлебеҙ Мөхәммәт СҒС әйткән:\"Балаларығыҙҙы ете йәштән намаҙға өйрәтегеҙ, ә ун йәштән намаҙға иғтибарһыҙлыҡтары өсөн һуғығыҙ һәм йоҡларға айырым һалығыҙ\". Йәғни, ун йәштән ир бала менән ҡыҙ бала айырым йоҡларға тейеш.Намаҙ уҡыясаҡ кешенең тәне, кейеме һәм намаҙ урыны һәр төрлө нәжестәрҙән таҙа булырға тейеш."@ba . "Нөгөш, Башҡортостандағы йылға, Башланған урыны Белорет районы. Белорет, Бөрйән, Мәләүез райондары аша аға. Мәләүез районында Ағиҙел йылғаһына уң яҡтан ҡушыла.Оҙонлоғо 235 км.Төп ҡушылдыҡтары: Үрек, Тор уң яғынан, Берәтәк, Кесе Нөгөш, Ҡужа һул яғынан.Мәләүез районында Нөгөш һыуһаҡлағысы, һәм һыуһаҡлағыс ярында Нөгөш ял йорто урынлашҡан."@ba . "Мөхәммәд, бине Ғәбдулла бине Ғәбд-әл-Моталлиб бине әл-Хашими (ғәр. محمد‎ [mʊħɑmmæd], Файл:Loudspeaker.png әйтелешен тыңларға (белешмә • ярҙам), (ғәр. محمد‎‎‎), (20 (22) апрель 571 (570), Мәккә — 8 июнь 632, Мәҙинә) — пәйғәмбәр, мәшһүр дин хеҙмәткәре, бер Аллаһҡа табыныу дине — Ислам динен иңдереүсе, Аллаһ ебәргән изге китап — Ҡөрьәнде кешеләргә еткереүсе, дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, Ғәрәп ярымутрауында көслө мосолман дәүләтен төҙөүсе."@ba . "Мосолмандар, АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘГӘ тоғро кешеләр. Ислам диненең дөрөҫлегенә ышанған, АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ берәү генә, Уға тиңләшеүсе юҡ, Мөхәммәт Саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмде АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ илсеһе тип таныған һәр кеше мөьмин мосолман булып иҫәпләнә. Ер шарында йәшәгән кешеләрҙең 1,3 миллиардтан ашыуы мосолмандар."@ba . "Урыҫ әҙәбиәте, Тютчев, Федор ИвановичПушкин, Александр СергеевичЛермонтов, Михаил Юрьевич"@ba . "Зәҡәт, мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең дүртенсеһе. Йылына бер тапҡыр һәр мөьмин мосолман мөлкәтенән фәҡирҙәр файҙаһына өлөш сығарырға – зәҡәт бирергә тейеш."@ba . "Әҙәбиәт (ғәр. أدب‎‎ һүҙенән килә) — бөтә яҙылған тексттарының бергәләштереүе. Бик күп телдәрҙә ҡулланылған литература һүҙе лат. lit(t)eratura (яҙылған, яҙылыш)<лат. lit(t)era (хәреф) һүҙенән килә"@ba . "Аристотель (грек. Ἀριστοτέλης) (б. э. тиклемге 384—322 йылдар) — бөйөк боронғо грек фәйләсуфы. Ул Платон талибы, Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең уҡытыусыһы — боронғо замандың бөйөк грек ғалимы, философ, ҡол биләүселек йәмғиәтенең мәшһүр идеологы. Сығышы менән Стагир ҡалаһынан. Бөтә ғүмерен үҙе йәшәгән дәүерҙең ғамилмдарының фекерҙәрен йыйыу һәм төшөнөүгә арнай. Уны бөтә нәмә лә ҡыҙыҡһындыра — хайуандарҙың